Все новости
Хаттар
1 Июля , 15:26

Тағы ла осрашайыҡ

Ҡосаҡлашыу, күрешеү, һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәү, мәктәп йылдарын йылы хәтирәләрҙә иҫкә төшөрөү... 

Тағы ла осрашайыҡ
Тағы ла осрашайыҡ

Барыһы ла булды Р.Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия интернатында үткән осрашыуҙа. Беҙ Зәк-Ишмәт, Михайловка, Марьевка, Свобода, Кузьминовка, Андреевка, Таймаҫ ауылдары балалары бергә уҡып, интернатта бергә йәшәп үҫтек. Ошо уҡыу йортон тамамлауға 50 йыл да булып киткән. Актив класс инек, музыка яраттыҡ, һәр сарала ла әүҙем ҡатнашып, дуҫ булдыҡ.
Уҙған шәмбе үткән осрашыуҙа, беҙҙе гимназия директоры Рәйес Рузан улы Әбсәләмов йылы ҡаршы алды. Уҡыу йорто буйлап сәйәхәт үткәрҙе, ҙур рәхмәт уға. Бынан ярты быуат элек мәктәп тупһаһын аша атлап сыҡҡан синыфташтар күңелле уҡыу йылдарын хәтергә алды, сағыу хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, тырышып уҡыу, һуңғы ҡыңғырау – барыһы ла кисә генә булған кеүек...
Осрашыуҙа уҡытыусыларыбыҙҙы барланыҡ. Хәҙер инде күптән ер ҡуйынын түшәк иткән белем иленә алып барыусыларҙы берәм-берәм иҫкә төшөрҙөк.
Класс етәксебеҙ Бәйтүрә Йәнтүр улы Ғәбзәлилов ине. Ул барлыҡ ыңғай сифаттарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле, киң күңелле, оло йәнле, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусы булды. Шулай уҡ уҡытыусыларыбыҙ Николай Никонов, Люциә Баязитова, Юлай Исмәғилов, Мөхәрәм Әлмөхәмәтов, Ғәзиз Хәлилов, Фәрит Ракаев, Ғамир Ибраһимовтарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алдыҡ. Уларҙың кәңәштәре беҙҙең өсөн бөгөн дә ҡәҙерле, яҡын.
Класташтарыбыҙ төрлө тарафтарҙа йәшәйҙәр. Осрашыуға Фәрзәнә Исмәғилова, Мария Белик, Надежда Суходуб, Валентина Чернова, Владимир Учяев, Александр Никонов, Любовь Скоропупова, Надежда Сапрыко, Зоя Морозова, Любовь Сидаренко, Илдар Юлҡутлин, Әсхәт Мырҙағолов, Рәкит Шәрипов, Людмила Фидаренко, Нина Христенко, Валентина Руденко, Фәриҙә Ишмөхәмәтова, Анатолий Руденко, Рәмилә Таипова һәм мин килдек. Төрлө ерҙәрҙә йәшәһәк тә, ниндәй һөнәрҙәргә эйә булһаҡ та, тормошта үҙ урындарыбыҙҙы тапҡанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа, арала унауыбыҙҙан күбеһен аяуһыҙ яҙмыш ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа алып китте. 

Йәүҙәт УСМАНОВ, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: