Все новости
Хаттар
15 Июля , 11:06

Һыуҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ

Һыуҙар аға арыҡтан, Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан.

Һикереп төшөп бейер инем
Оялмаһам халыҡтан.
Оялмаҫҡа булдым. Яҙырға булдым. Минең ҡапҡа төбөндә 2 йыл да 10 көн һыу ағып ята. 1981 йыл һалынған торбаларҙы әллә нисәмә тапҡыр ямап та ҡаранылар. Торбалар серек булғас, был эштәрҙән бер фәтеүә лә булманы. Был проблема бер беҙҙең ауылда ғына түгел, әлбиттә. КПРФ партияһы ағзаһы Николай Харитонов әйтеүе буйынса Рәсәйҙең һыу торбаларының 43 % алмаштырыу кәрәк, йәмғеһе оҙонлоғо 2 млн 600 мең километр. Һыуҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ. Шул күңелде ҡыра. Ә бит ҡайҙалыр бер тамсы һыу эсергә зар-интизар булып йөрөүселәр ҙә бар. Берәй сараһын табып, яйлап булһа ла ошо иҫкергән торбаларҙы алмаштырһалар ине.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Автор:
Читайте нас: