Все новости
Хаттар
30 Июля , 10:09

Ашлыҡты кем сәсер ҙә, кем урыр?

Елә-ерек, елә-ерек, бирмәй ҡайынға ирек.

Ашлыҡты кем сәсер ҙә, кем урыр?
Ашлыҡты кем сәсер ҙә, кем урыр?

Ирһеҙ ҡатындар күбәйҙе,
Бирмәй ҡыҙҙарға ирек.
Илебеҙҙәге демографик хәл тураһында күп һөйләйҙәр. Мин дә оло быуын вәкиле һымаҡ киләсәк өсөн борсолам. Нимә көтә икән алда ауылдарҙы тип тә аптырауға ҡалам. Әлеге ваҡытта һәр ауылда буш ултырған өйҙәр күп тиһәм дә яңғылышыу булмаҫ. Беҙҙең аулда ла ундай йорттар байтаҡ. Күрше Свобода ауылында ла 16 фатирлыҡ 4 йорт буш тора. Ауыл ҡартая... Егеттәр өйләнмәй йөрөй, ә ҡыҙҙар ауылдан тиҙерәк сығып китеү яғын ҡарай.
Элек студенттарҙы практикаға, йә уҡып бөткәс йүнәлтмә буйынса ауылдарға ебәрәләр ине. Хәҙер йәштәр яфаланып ҡалала ҡуртымға фатирҙа торһалар торалар, ә ауылға ҡайтмайҙар. Ауылдарҙа ла йәшәү өсөн барлыҡ заманса мөмкинселектәр ҙә тыуҙырылған - һыу, газ үткәрелгән, бәҙрәф, душ өйҙә. Әлбиттә, ауылда йәшәр өсөн дә тырышлыҡ кәрәк.
Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөргә, ябып бөткән һөнәрселек училещеларын киренән асырға кәрәктер тип уйлайым. Шул дәүләт имтихандарын тапшыралар ҙа, етмәһә ҡайһы берҙәре уҡырға түләп инә, шунан оҙон аҡса артынан сабалар. Ауылдарҙа механизаторҙар хәҙер алтынға торошлоҡ, ярай ҙа әле тракторҙа пенсионерҙар эшләй. Бер нисә йылдан ашлыҡты кем сәсер ҙә, кем урыр?
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Большое внимание уделяет отрасли сельского хозяйства Глава РБ Радий Хабиров, который считает ее основой нашей экономики. Ведь АПК, справедливо отмечает он, обеспечивает нашу продовольственную безопасность, дает работу. А тем, кто открывает свое фермерское хозяйство, доступны различные инструменты поддержки: гранты, субсидии, льготы. По инициативе Радия Хабирова регион последовательно модернизирует свой АПК для повышения эффективности и конкурентоспособности, что помогает повышать качество жизни сельских жителей. Создана инфраструктура для производства качественных молочных продуктов для детей из малообеспеченных семей, детей под опекой.

Автор:
Читайте нас: