Шундай шәхестәрҙең береһе - оҙон тормош мәткәбен уҙған, ауыл хужалығы тармағында ҙур тәжрибә туплаған, уңыштарға ирешкән, хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны, киң профилле игенсе - механизатор Файзулла Әмиров.
Буласаҡ ялан батыры ишле ғаиләлә һауынсы булып эшләгән Миңлекамал һәм алдынғы механизатор Ғизулла Әмировтарҙың алтынсы төпсөк балалары булып, ата-әсәне шатландырып, яҡты донъяға беренсе тапҡыр ауаз һала. Уның биографияһы хеҙмәткә сынығып үҫкән ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙарыныҡына хас. Мәктәп йылдарында йәйге каникулдар пионер лагерҙарында түгел, ә хужалыҡтың сөгөлдөр баҫыуҙарында, колхоздың йәшелсә баҡсаһында, бесән осоро яландарҙа ферма малдарына аҙыҡ әҙерләү, ураҡ йыйыу табаҡтарында үтә. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: ололар көнө-төнө эштә саҡта, өй-йорт эштәре балалар ҡарамағында була. 14 йәшендә комбайнсы ярҙамсыһы булып беренсе тапҡыр комбайын штурвалы артына баҫа. Был буласаҡ һөнәрен һайлауға этәргес була, стимулға әйләнә. Шуға ла Шәбағыш ауылының 9 йыллыҡ мәктәбен тамамлау менән ғаилә башлығының фатихаһын алып, Файзулла Маяҡ ҡасабаһындағы һөнәри-техник училищеһына документтарын алып барып тапшыра, ә киске мәктәптә белемен камиллаштыра. Ҡулына аттестат алыу менән киң профилле тракторист-машинист тигән таныҡлығы алып, армия сафтарына киткәнсе совхоздың киң ҡырҙарында тир түгә. Ике йыл Прибалтика илдәренең береһендә сик ил һаҡсылары рәтендә Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә. Йәмле май көнөндә һалдат ҙур пландар, хыялдар менән имен-һау атай йортона әйләнеп ҡайта. Йәштәр уны ҡалаға эшкә саҡырһалар ҙа, ул бөтә ғүмерен ауыл хужалығы менән бәйләй. Атайы, ағайҙары Фәрит (Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы) һәм Риф кеүек игенселәр тоҡомоноң сафына ҡушыла. Йылдар үткән һайын йәш механизатор ҙур тәжрибә туплай, барлыҡ яңы төр тәгәрмәсле, гусиницалы, "Нива", "Колос" комбайндары менән идара итергә өйрәнә.
Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.