Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
19 Сентябрь 2024, 16:34

Йөҙөк ҡашыбыҙ

...Был килендәштәр бик татыу һәм бер-береһенә ҡарата ярҙамсыл, туған йәнлеләр.

Йөҙөк ҡашыбыҙ
Йөҙөк ҡашыбыҙ

Фирүзә, Әлиә, Әлфиә, Дилә, Гөлназа, Әлфирә һәм мин - Рәйлә. Һәр береһе матур итеп ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Һәр береһенең ғаиләһенә, һис шикһеҙ "өлгөлө ғаилә" исемен бирер инем мин.
Бөгөнгө әйтер һүҙем, ҡотлау һүҙем - Гөлназа Рәйес ҡыҙы Юлдыбаева хаҡында. Килендәшебеҙ ошо көндәрҙә - 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләп үтте. Яҙмыш уға ике бишле ҡуйҙы. Бер бишлеһе, иң ҙуры, ҡәйнешеп Ильяс Искәндәр улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп - 30 йыл бергә, матур ғаилә булып йәшәгнәдәре, өс балаға: Юлиә, Юлай, Сәриәгә ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн.
Ә икенсе бишлеһе - балаларын үҫтереп, уҡытып, ике ҙурын Юлиә һәм Юлайҙы башлы-күҙле итеп, йәш кенә көйө өс ейәнле һәм ике ейәнсәрле булғаны өсөн.
Гөлназа Рәйес ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы. Уҡыусылары бик яраталар, хөрмәт итәләр үҙен. Коллегалары араһында ла, ауылдаштары, күрше тирәһе араһында ла абруйы ҙур уның. Сөнки ул мәктәптә, ауылда үткәрелгән һәр бер сараны матур итеп ойоштороусы.
Ғаиләбеҙҙә үткән һәр байрамыбыҙҙың йөҙөк ҡашы ул: алып барыусыһы, ҡотлау һүҙен яҙыусыһы, күңелгә ятышлы йырҙар йырлап күңелебеҙҙе күтәреүсеһе.

Хат тулы вариантта гәзиттә иртәгә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: