-3 °С
Снег
Бәләкәй генә ауыл булыуына ҡарамаҫтан, был ауылда уҙған һәр сара бик тантаналы, күркәм, юғары кимәлдә, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторола.
Әлбиттә был сараларҙы ойоштороуҙа Свобода ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнис Мансур улы Рахманғоловтың тырышлығы ҙур. Ул үҙенең күптән түгел генә эшләүенә ҡарамаҫтан, бик күп, һөҙөмтәле эштәре менән беҙҙең хөрмәтебеҙҙе яуланы. Ауылыбыҙҙы айыҡ ауылдарҙың береһенә әйләндерҙе. Матур итеп зыяраттарҙы кәртәләне, шишмәләрҙе күркәм ял итеү урындары итеп эшләтте. Ауылдың барлыҡ ҡоймаларын яңырытты. Ауылыбыҙҙың бер ташландыҡ ҡойоһон таҙартып, ремонтлап, ял урындары эшләп, ҡойоға "Килен ҡойоһо" тигән исем дә яҙҙырып ҡуйҙы.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.