Все новости
Хаттар
12 Октября , 08:22

Шаулап үтте

Ошо арала Зәк-Ишмәт ауылында “Айыҡ ауыл” байрамы мәктәптә, ә Ололар көнө мәҙәниәт йортонда үткәрелде.

Шаулап үтте
Шаулап үтте

Ике байрам да бик матур, фәһемле үтте. Айыҡ ауыл байрамында концерт номерҙары ҡуйҙыҡ, күстәнәстәр менән табын ҡоролдо. Барыһы ла башҡортса һәм татарса һөйләнеләр. Үҙ телебеҙҙә сығыш яһауҙарын ҡыуанып тыңланым. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов та бер русса һүҙ ҡушмай матур итеп сығыш яһаны. Үҙебеҙҙең уҡыусы балалар ҙа татарса һөйләнеләр. Шул тиклем ҡыуандым, юғиһә, урамда балалар рус телендә аралаша бит. Былар барыһы ла өйҙәге тәрбиәнән килә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Гурьянова ла туған тел һаҡланһын тип тырыша. Матур итеп милли кейем дә тектереп алған, афарин! Башҡорт, татар телдәре бер бит инде, ошо туған телдәребеҙҙе һаҡлайыҡ.
Оло йәштәгеләр ҙә клубыбыҙҙа бай табын артына йыйылып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙылар. Байрам үткәрергә ауыл биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов аҡсалата ярҙам итһә, итте һәр йылдағыса, бер саранан да ситтә ҡалмаған фермерыбыҙ Әнүәр Усманов бирҙе. Эштәр идарасыһы Гөлбаныу Зәйнәғәблинова ҡорбан ите салғайны. Ҙур рәхмәт уларға, халыҡты ҡыуандырғандары өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙҙәрен йыуандырһын.

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:
Читайте нас: