Мәйеттең ус төбө асыҡ, әйтерһең дә ул әйтә: “Күпме йәшәнем, күпме эшләнем, күпме байлыҡ йыйҙым, барыбер буш ҡул менән ҡалдым”.
Эйе, туғандарым, ҡәҙерлеләрем! Дәрәжәле урынды ла, ҙур йортто, күп-күп байлыҡты ла, туған-тумаса, балаларҙы, дуҫ-иштәрҙе лә бергә алып кереп булмай.
Улар ҡала, ә һин китәһең.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Мәйетте һуңғы юлға өс нәмә оҙата: икәүһе кире ҡайта, берәүһе уның менән ҡала. Кешене ғаиләһе, мал-мөлкәте һәм ҡылған ғәмәле оҙата. Мәйетте ерләгәс, ғаиләһе лә, байлығы ла ҡайтып китә, ғәмәле генә ҡала”.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәшем! Ваҡыты килеп етеү менән яҡты донъянан айырылыуыңды онотоп ҡуйма! Күрә торған күҙҙәрең күрмәҫ, ишетә торған ҡолаҡтарың ишетмәҫ, эшләй торған ҡулдарың эшләмәҫ, йөрөй торған аяҡтарың йөрөмәҫ буласағын башыңдан һис тә сығарма. Һинең кейгән кейемдәрең, биҙәнгән зиннәттәрең, төҙөгән йорттарың, йыйған малдарың барыһы ла башҡаларҙың ҡулына ҡаласаҡ. Һиңә үлем килгәс, донъялағы дәрәжәң, балалар, туғандарың һәм дуҫтарың береһе лә ярҙам итә алмаҫ. Уларҙың ярҙамы тик үле тәнеңде ергә күмеп ҡуйыуҙары буласаҡ.
Шуға күрә, мосолман туғаным, изгелек ҡапсығыңды тулы ит, гонаһтар менән тултырған тоғоңдо тәүбә итеп бушат һәм барасаҡ баҡсаңды йәһәннәм соҡорона әйләндермә! Киләсәктә була торған бәхетең һәм бәхетһеҙлегең һинең ҡулыңда, шуны онотма. Шуның өсөн иҫән саҡта үлем килгәнсе һәр ваҡыт изгелектәр эшләп ҡалырға тырышығыҙ.
Үлгән кешеләрҙең йәндәре үлгәндән һуң ер йөҙөндә урынлашҡан бәрзәхтә булалар. Бәрзәх тип донъя һәм әхирәт араһында булған урынға әйтәләр. Сөнки, ысындан да, мәрхүмдең йәне тәненән айырылғандан һуң ул донъянан айырыла һәм йән әхирәттә әҙерләнгән йәннәт һәм йәһәндәмгә лә барып керә алмай, ә донъя менән әхирәт араһында урынлашҡан бәрзәхтә туҡталып ҡала. Был ваҡытта иманлы бәндәләрҙең йәндәре бәрзәхтә хуш еҫтәр һәм ниғмәттәр араһында рәхәтләнеп ял итәсәктәр. Әммә иманһыҙ бәндәләрҙең йәндәре, хатта әйтергә лә ҡурҡыныс, ҡайғы һәм тарлыҡ эсендә яфаланасаҡтар, ҡалғанын һөйләп тормайым. Уларҙың ошо хәлдәре ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк.
Ә беҙгә, телеләргә мәрхүмдәргә нисек ярҙам итергә мөмкин?!
Бында, әлбиттә, мәрхүмдәрҙең үҙҙәре иҫән саҡта эшләгән изгелектәре оло ярҙам була. Улар мәсет һалдырһа, мәҙрәсә астырһа, күпер төҙөһә, кешеләргә Аллаһ ҡушҡан ғилемде таратһа, ғәриптәр, йәтимдәр, ололарға, ауыр хәлгә ҡалғандарға ярҙам итһә, файҙалы китаптар яҙып баҫтырһа, уларҙы күпме ҡулланғанға тиклем был изгелектәрҙең әжер-сауабы мәрхүмгә оло ярҙам булыр.
Ә икенсе ярҙамға килгәндә инде ул – мәрхүмгә ҡылына торғандоға-истиғфарҙар, биргән саҙаҡалар, салған ҡорбандар, ғөмрә хаждары һ.б.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ошолай тип әйткән: “Кеше үлгәс, өс әйберҙән башҡа бөтә нәмә киҫелер. Улар – даими килеүсе саҙаҡа, файҙа биреүсе ғилем, доға ҡылыусы изге бала”. Изге Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә үлгәндәргә беҙ доғалар ҡылһаҡ һәм намаҙ уҡыһаҡ, уларға Аллаһ тыныслыҡ биреүе тураһында әйтә.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) мәйет күмелгәндән һуң мәрхүмдең ҡәбере янына баҫып: “Мәрхүм булған ҡәрҙәшегеҙ өсөн гонаһтарҙан пакланыуын һорағыҙ һәм уның өсөн һорауҙарҙа ныҡ булыуын теләгеҙ. Сөнки ул хәҙер хисап бирә”, - тигән.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) мәрхүм исеменән, уның тороп ҡалған малынан саҙаҡа биреү һәм ҡойо ҡаҙытыу кеүек изге эштәр эшләү сауаплыраҡ булыуы тураһында әйткән.
Эй, туғандарым, бер үк үлемде онотмаһаҡ ине! Сөнки Аллаһ билдәләгән үлемдән бер кем дә ҡотола алмай. Шуға күрә быға алдан әҙерләнәйек. “Әле иртә”, “Мин йәш әле, күңел асып, донъя рәхәтен күрәм әле!” – тип әйтмәйек. Бындай һүҙҙәр йыш осрайң
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.