-2 °С
Снег
Яңы Юл ауылы старосталары Мәҙәрик Бикмаевтан уңған. Ошо көндәрҙә Мәҙәрик Уралбек улы, ауылды бик күптән борсоған ике ҙур мәсьәләне хәл итеп, ҡыуанып йөрөй.
- Беҙҙең ауыл зыяратының эсендә электән ҡалған ҙур силос соҡоро урыны бар ине, шуны тигеҙләп кәртә аша сығарыу өсөн ҙур техника кәрәк ине. Ауылыбыҙ эргәһендә юлға ҡырсын түшәгәндә, ҙур транспорттар эшләне, шуны күҙәтеп йөрөнөм дә, уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә булдым. "Башстройплюс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Рәмил Миннихановҡа был турала әйткәс, ул минең һорауымды кире ҡаҡманы...
Хат тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.