Все новости
Хаттар
27 Ноября , 08:20

Сабыр итеп йәшәйбеҙ

Беҙең Яманғол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе 77 кеше китә, тик һуғыштан 35-е генә кире әйләнеп ҡайта.

Сабыр итеп йәшәйбеҙ
Сабыр итеп йәшәйбеҙ

Һуғыштан ҡайтҡан һалдаттарыбыҙ ҙа инде ярты-йорто ғына булғандар. Ошо исемлектәрҙәең береһе минең атайым Юлсурин Ғилмитдин Шиһабитдин улы. Ул һуғышҡа 1941 йылдың август айында уҡ алына. Күмертау военкоматынан китә, Алкинола өс ай өйрәтелгәндән һуң һуғышҡа оҙатыла. Атайым пехотала хеҙмәт итә, немецтарға ҡапма-ҡаршы һуғышырға ла тура килә уға. Ул күп ауылдарҙы, ҡалаларҙы алыуҙа ҡатнаша. Хатта Берлинға хәтлем барып етә. Ике тапҡыр ҡаты яраланып госпиталдә бик оҙаҡ ҡына ятып сыға. Аҙаҡ тағы ла фронтҡа оҙатыла. Атайымдар полкташтары менән ҡамауға эләгә. Бик ныҡ тырышыуҙары менән нисектер ҡамауҙан йырып сығалар һәм уларға ярҙамға килгән полк менән ҡушылалар. Уның һуғышта бирелгән һәм дә һуғыштан һуң бирелгән миҙалдары бик күп.
Һуғыш бөткәс, тик 1945 йылдың сентябрь аҙаҡтарында ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. Ғаиләһендәге ике балаһы һәм ҡатыны, минең әсәйем шатланып көтөп алалар үҙен.
Атайым һуғыштан ҡайтҡас та фермала мал ҡарауылсы булып эшләй...

Алмабикә ӘХМӘТОВА, Яманғол ауылы

Хат тулы йөкмәткелә гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: