Все новости
Хаттар
9 Декабря , 09:50

Юлдарҙа үткән ғүмер

Шәбағыш ауылының тәбиғәт хозурлығына, урамдарының төҙөклөгөнә, йорт-ҡураларының ҡараулығына, өйҙәрҙең биҙәлешенә һоҡланмаған кеше һирәктер.

Юлдарҙа үткән ғүмер
Юлдарҙа үткән ғүмер

Был гүзәллекте тыуҙырыу береһенән-береһе уңған, тырыш йорт хужаларынан һәм әлбиттә, биләмә етәкселәренән тора. Шундайҙар араһында бала саҡтан хеҙмәт һөйөп, сынығып үҫкән Рим Бикмөхәмәтовтың өлөшө аҙ түгелдер, сөнки уның бөтә ғүмере ауыл тарихы, эшсәнлеге менән тығыҙ бәйле. Замандаштары кеүек урмандарҙың саф һауаһын һулап, сылтырап аҡҡан шифалы һыуҙарын эсеп, хәтфә үләндәрҙә тәгәрәп, уйнап, ҡабатланмаҫ бәхетле бала сағының, онотолмаҫлыҡ мәктәп йылдарының, үткән ғүмеренең бишеге ул тыуған ауыл.
Рим күмәк балалы ғаиләлә ғәҙәти колхозсылар Нурулла һәм Кәфиә Бикмөхәмәтовтарҙың дүрт бала (өс малай, бер ҡыҙ) араһында, көтөп алған икенсе малайҙары булып, ата-әсәне шатландырып донъяға килә. Кем уйлаған ошо малай киләсәктә үҙенең хеҙмәт уңыштары менән ауылды данлар, хөрмәтле аҡһаҡалына әйләнер тип?
Белемгә ынтылыусан, тәртипле, мәктәп тормошонда бөтә кластан тыш сараларында әүҙем ҡатнашҡан үҫмер 1969 йылда ауылдың һигеҙ йыллыҡ мәктәбен бары яҡшы ғына билдәләргә генә тамамлап, ҙур конкурстар аша үтеп Күмертау тау-механика студенттары сафтарына баҫа. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, заманында был ҡалала берҙән-бер махсус техник белем биреү усағы ине. Бары яҡшы билдәләргә өлгәшкән студент ҡала мөхитен үҙ итмәй һәм уҡыу усағын ҡалдырып тыуған йортона әйләнеп ҡайта.
Киске урта мәктәпте тамамлағас, 1973 йылда Күмертау водителдәр әҙерләү мәктәбендә белемен камиллаштыра. Танытма алған йәш белгес Куйбышев исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. 

Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауыл биләмәһенең ветерандар Советы рәйесе

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: