Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
27 Ғинуар , 11:38

Ҙур ҡыуаныс булды

Яңы йылға һәр беребеҙ һаулыҡ, имелек теләп аяҡ баҫтыҡ.

Ҙур ҡыуаныс булды
Ҙур ҡыуаныс булды

Байрамдар ҙа матур үтеп китте. Мөғжизәгә ышанып Яңы йыл байрамын түҙемһеҙлек менән балалар көтә. Кинйәбай ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә шиғырҙар ятлап, йырҙар өйрәнеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө. Байрам уңайынан балаларҙы ҡотларға районыбыҙҙың хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Дамир улы Ибраһимов, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильева, ауыл биләмәһе башлығы Игорь Леонидович Ворошилов, "Сырьевая группа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рим Радик улы Ғәлиев килде. Улар балаларға ҡупшы шыршы, күстәнәстәр алып килделәр һәм байрамды үткәреү өсөн аҡсалата ярҙам иттеләр. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, әлбиттә. Балаларҙың күңелдәрен күргәндәре өсөн уларға иҫәнлек-һаулыҡ, ҙур рәхмәттәр юллайбыҙ.
Яңы йыл байрамыбыҙ бик матур үтте. Шаулап-гөрләп кескәйҙәр уйнаны, үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләп сараға килгән атай-әсәйҙәрҙе ҡыуандырҙы. Иң мөһиме - балаларыбыҙ бәхетле булып, ҡыуанып-шатланып үҫһендәр.
Кинйәбай ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре исеменән Минзилә ҒӘББӘСОВА

Автор:
Читайте нас: