Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
7 Февраль , 10:45

Теләге ҡабул булһын

Минең был яҙмам Рәйсә Ғайса ҡыҙы Йомағолова хакында булыр.

Теләге ҡабул булһын
Теләге ҡабул булһын

Ул Тимербай ауылында тыуып үҫә, һуғыш йылы балаһы. Мин үҙем дә һуғыш йылы балаһы, шуға күрә ул осорҙоң ауырлығын бик яҡшы беләм: аслыҡ, яланғаслыҡ... Ул ауылда 7 класты уҡып бөтөргәс башҡа уҡый алмағандыр инде. Улар 5 бала инеләр, әтейҙәре һуғыштан ҡайтмаған. Ул еңел тормош эҙләп бер ҡайҙа ла китмәй, ауылда ғүмер итә. Ауыл егетенә тормошҡа сығып, матур ғаилә ҡоралар. Уларҙың тормошон талғын ғына, тыныс ҡына аҡҡан йылғаға тиңләргә була, эшләйҙәр, бала үҫтерәләр, өй һалалар, балаларын укыталар, туйҙар яһап тормошло итәләр. Тормош беҙ уйлағанса, беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Рәйсә тормош иптәшен, аҙаҡ ике улын юғалта. Ҙур улының улын (ейәнсәрен) 4 йәштән ҡарап үҫтерә, уға әсәй йылыһын бирә. Ул бала уны әней тип үҫә. Рәйсә ул баланы күҙ ҡараһылай күреп үҫтерә, уға терәк, таяныс була, уҡыта. 9-сы кластан һуң Күмертауҙа уҡып үҙен әһөнәр ала ул. Беҙҙең яҡҡа автобустар насар йөрөй, ялдарға ҡайтҡанда, китергә транспорт булмаһа такси саҡыртып ебәрә. Ейәне лә әней тип өҙөлөп тора, күҙенә генә ҡарап тора. Бик аҡыллы, тәртипле бала булып үҫә, тфу, тфу күҙ теймәһен. Әнейенең ҙур ярҙамсыһы була. Бына шул малайын Рәйсә көҙ көнө әрмегә оҙатты.

Фәүриә ТИМЕРБАЕВА, Тимербай ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: