Радик үҙ бәхетен йыраҡтан эҙләп йөрөмәй. Ауылда тыуып, Абдул урта мәктәбен тамамлағас, Маяҡ ҡасабаһындағы СПТУ-ла уҡый. Шул ваҡытта уҡ атаһы Ракит ағайға комбайнер ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ракит ағай – ул ваҡытта алдынғы тракторист, комбайнер. Урып-йыйыу осорондағы еңеүсенең күсмә флагы һәр саҡ уның техникаһында була. Атаһындағы булған тырышлыҡ, сәмләнеп, эшен еренә еткереп башҡарыу кеүек матур сифаттар Радикҡа ла күскән. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Мораптал ” совхозында “ЗИЛ” машинаһында эш башлай. 2010 йылда “Камаз” машинаһына ултыра. “ГАЗ” машинаһында Ермолаевканан барда ла ташый. Заман үҙгәрә килә Радик та шәхси эшҡыуарлыҡ, фермер хужалығы тураһында уйлай башлай. Бөгөнгө көндә ул Сөләймәнов Фәнүр, Ишмөхәмәтов Спартак менән бергә ойошторолған ауылдағы фермерҙар ойошмаһының етәксеһе булып тора. Сәсеүгә сифатлы орлоҡ табыу, яғыулыҡ мәсьәләһе, игенде сорттарға бүлеү, техниканы ремонтлау кеүек бөтмәҫ хәстәр - барыһы ла уның иңендә. Ер бит үҙен яратҡандарҙы ярата. Арыш, һоло,көнбағыш кеүек бөртөклө культураларҙы сәсеп, урып яҡшы ғына уныш алыуға өлгәшә, пайщиктарын тәьмин итә, арзан хаҡҡа ауыл халҡына ла һата. Кеше әйберен алып бөтөп булмай, тигән принциптан сығып эш итә Радик үҙе етештергән тауарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа һатҡанда ла.
Тырыш, егәрле, тура һүҙле булыуынан тыш, Радиктың үҙенә генә хас холҡо, айырым сифаттары уны Радик итеп күрһәтеп тора. Кешенекенә теймәй, үҙенеке - ныҡлы контролдә, тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. Ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ваҡланмай, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. “МЧС” тигән йәшерен ҡушаматы ла бар икән. Тимәк, был ҡушаматты ауылдаштары юҡҡа ғына таҡмаған. Бындай кешегә һәр саҡ ышанырға була.
Бынан тыш Радик уҡыу йылы барышында мәктәп автобусын йөрөтә...
Ғәзимә АҘНАБАЕВА, Абдул ауылы.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.