Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
16 Февраль , 10:02

Мәғрифәттең аҫыл гәүһәре

Хафизова Флүрә Камалетдин ҡыҙы ошо күренекле кешеләр араһында үҙ урынын тапҡан, талант эйәһе.

Мәғрифәттең аҫыл гәүһәре
Мәғрифәттең аҫыл гәүһәре

Флүрә Камалетдин ҡыҙының бәхетле, ҡабатланмаҫ, зәңгәр томандар артында тороп ҡалған бала сағы, бәләкәй тыуған яғы, төйәге, хозур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған Әлшәй районының Әбдрәшит ауылы. Атаһы Камалетдин Кашаф улы Кашапов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бик күп орден, миҙалдар кавалеры. 18 йәштән 112-се генерал Шайморатов дивизия составында Орел ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә ҡаты яралана, күп төрлө йәрәхәттәр ала. Госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм һуғыш тылы ветераны Мөғәлимә Сәлих ҡыҙы менән туй яһап, донъя ҡороп ебәрәләр. Бәхетле, татыу ғаиләне шатландырып бер-бер артлы биш сабыйҙары донъяға ауаз һала. Һуғыш йылдарында ҡаҡшаған колхоз экономикаһын яйға һалыр өсөн ғаилә башлығы һәм уның хәләл ефете бөтә көстәрен, тирҙәрен түгеп, көнө-төнө хужалыҡта эшләйҙәр. Шуға ла йорт-ҡура, өй мәшәҡәттәре, туғандарын ҡарау, уларҙы тәрбиәләү, ғаиләлә иң ҙур бала булараҡ Флүрәнең иңенә төшә...

Флүрә Камалетдин ҡыҙы тәрбиәләгән балалар район, республика күләмендәге уҡыусыларҙың ғилми конференцияларында, конкурстарында урындар алдылар, лауреат исемдәренә лайыҡ булдылар. Былар барыһы ла уҡытыусының хеҙмәт емештәре һәм эшенә ҙур баһа.
Ағинәйгә ҡайғылы юғалтыуҙар кисерергә лә тура килә. Йөрәккә тәрән яра һалып, әрнетеп, ковид ауырыуынан тормош иптәше мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Үлемдән бер кемде лә ҡотҡарып, тартып алып булмай. Тәбиғәттең закондары шулай, үҙгәртеп булмай.
Бөгөнгө көндә күп балалы әсәй, өләсәй балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың таянысы, терәге булып йәшәй. Ҡалған ғүмерҙәрендә үкенестәр, юғалтыуҙар ҡабатланмаһын. Яҡшы уйҙар, яҡты өмөттәр изге хыялдар, юлдаш булһын! Тормош дауам итә!
Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауыл биләмәһенең ветерандар Советы рәйесе.

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: