Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
22 Февраль , 08:30

Оноторлоҡ түгел

Тәүге уҡытыусыбыҙҙы беҙ генә түгел, унда уҡыған барлыҡ уҡыусылары ла онотмай.

Оноторлоҡ түгел
Оноторлоҡ түгел

Белем һуҡмағына беҙ,
Алтаулап килеп баҫтыҡ.
Уҡытыусыбыҙҙы күреп,
Аптыраныҡ, таң ҡалдыҡ.

Ихласлығы, йылмайыуы
Беҙҙе шунда уҡ арбаны.
Алты бала ныҡлы баҫып,
Белем тауына атланы.

Яҙырға ла, уҡырға ла,
Өйрәттең уҡытыусым.
Һеҙ үткәргән дәрестәрҙә,
Бар кеүек ине тылсым.

Дүрт йылыбыҙ ана шулай,
Һиҙелмәй үтеп китте.
Ул йылдарҙа алған белем,
Ғүмер буйына етте.
Беренсе уҡытыусы, күптәр был һүҙҙәрҙә күпме мәғәнә ятҡанын, тап беренсе уҡытыусының беҙҙең тормошобоҙҙа ниндәй ҙур роль уйнауын аңлап, уйлап та етмәйҙер. Ә бит тап беренсе уҡытыусы, мәктәп тупһаһына тәүгә аяҡ баҫҡан, әле бөтөнләй уҡыуға әҙер ҙә булмаған кескәйҙәрҙең киләсәге уңышлы һәм бәхетле булһын, тип бик күп көс, хеҙмәт, тырышлыҡ, күңел йылылығы түгә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы беренсе класҡа килгән уҡыусыларын белем үренә әйҙәп кенә ҡалмай, ә уларҙа белем усағына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уята.
Һүҙебеҙ - Ялсыҡай ауылының урта мәктәбендә, 1999 йылда беҙҙе себештәре кеүек үҙ артынан эйәртеп, етәкләп, белем иленә әйҙәүсе беренсе уҡытыусыбыҙ - Филүзә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина тураһында.
Филүзә Рәшит ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен районынан, беҙҙең ауылға 1989 йылда, Салауат педагогия колледжын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса уҡытырға ебәрелә һәм ошо ауыл егете Әхмәт Ғиндулла улы менән ғаилә ҡороп, гәрләтеп донъя көтәләр, ике балаға ғүмер бүләк итәләр.
Яңы ғына ҡулына алған йәш уҡытыусыны ул ваҡытта гөрләп торған ауылыбыҙ мәктәбендә коллектив та, балалар ҙа, ауыл халҡы ла бик йылы ҡаршы алалар. Уның иң беренсе уҡыусылары әле булһа ла, Филүзә апаларының мәктәпкә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан көнөн йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар. Йәш уҡытыусының кейеменә, үҙен тотошона, хушбуйына, ҡыҙҙар ғына түгел, хатта уҡыусы малайҙар ҙа һоҡланып ҡарай, ине ти улар.
Филүзә Рәшит ҡыҙы 1991 йылда ошо ауыл егете Беҙ, беренсе класҡа 1999 йылда барҙыҡ, был көнөбөҙ әле булһа хәтеребеҙҙә һаҡлана. Күптәребеҙ бер-береһе менән балалар баҡсаһынан таныш булһа, кемдәрҙелер тәүгә күрә инек. Беҙҙең өсөн ике этажлы ҙур мәктәп, түбәһенә менеп етмәҫлек ғорур, белем тауы кеүек тойолдо. Филүзә апабыҙ беҙҙе етәкләп алды ла, ышаныслы аҙымдар менән беҙҙе белем усағына әйҙәне.

1999 йылда беренсе класҡа килгән уҡыусыларығыҙ.

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: