+16 °С
Болотло
Иҫкә төшә үткәндәр
Бер йортто ла урап үтмәгән
"Яуыз һуғыш"шауҡымы,
Йылдар үткән һайын яңырта
Онотолмаҫлыҡ ҡайғыны.
Һәр бер өйҙә иҫкә төшә
Борсолоуҙар, ҡайғылар,
Үлгәндәрҙе ризаларға
Уҡыталар аят-доғалар.
Кемдә олатай, атай,
Ағаһы йәки ҡустыһы.
Йөрәккә кәрәк сабырлыҡ
Күтәрергә килгән ҡайғыны.
Ялғыҙ әсәй, етем бала,
Ирһеҙ ҡалған килендәр.
"Ил менән күргән ҡайғы", - тип
Иң менән күтәргәндәр.
Сабый булып ҡалған бала
Үҫеп буй еткергәндәр,
Үҙҙәре атай-олатай
Малайҙар үҫтергәндәр.
Яҙған саҡта ябай кеүек
Күпме ҡайғы хәсрәттәр,
Йөрәк яна, күңел әрней
"Һуғыш" тигән афәттән.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы.