Бөтә яңылыҡтар
10
Хаттар
10 Март , 16:47

Таһирға рәхмәтлебеҙ!

Барлыҡ Яңы Ҡалта ауылы халҡы исеменән, беҙҙең яратҡан "Юшатыр" гәзите аша Киров исемендәге колхоз механизаторы Ҡәҙерғолов Таһирға рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.

Таһирға рәхмәтлебеҙ!
Таһирға рәхмәтлебеҙ!

Яҙ айына аяҡ баҫһаҡ та ҡыш китергә уйламай, һаман буранлай. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ауылыбыҙҙың юлдары һис ҡасан өҙөлмәй. Бына күп йылдар инде ҡыш башланыу менән беҙҙең ауыл урамын матур итеп, еренә еткереп таҙартып китә Таһир мырҙа.
5 март та төнө буйы, көнө буйы һыпыртма буран булды, юлдарҙы көрт баҫты, ауылға кергән ерҙә күпер ишараһы бар (йыл һайын яҙғы ташҡын күперҙа йыуа, аҙналар буйы машина менән сығып булмай) шул күпер тирәләре лә көрттә ҡалды. Таһир мырҙа оҙаҡ көттөрмәне, шул күперҙең эргәләрен, урамдарҙы киң итеп таҙартып та китте, үҙенә тәғәйенләнгән бар эште еренә еткереп эшләгән егетебеҙгә һоҡланабыҙ, рәхмәтлебеҙ, шундай егеттәребеҙ булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ошо изге Рамаҙан айында ошо шәп егетебеҙгә бөтә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, беҙгә эшләгән изгелектәре үҙҙенә сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Эшләгән эштәре гел уң булһын, үҙе иҫән-һау булһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Әхмәт БАЙГИЛЬДИН, Ҡалта ауылы

Автор:
Читайте нас: