Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
13 Март , 15:40

Районыбыҙ тарихы иҫке фотоһүрәттәрҙә

Көйөргәҙе районының юбилей кисәһенең рәсми өлөшөндә хәкимиәт башлығы Юлай Талха улы Ильясовтың: «Бөгөн беҙ райондың башланғысында торған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ» - тигән һүҙҙәрен уҡығас, байрам инде күптән үтһә лә, ҡулыма ҡәләм алырға булдым.

Районыбыҙ тарихы иҫке фотоһүрәттәрҙә
Районыбыҙ тарихы иҫке фотоһүрәттәрҙә

Һүҙем Көйөргәҙе районы йылъяҙмаһына аҙмы-күпме үҙенең өлөшөн индергән атайым Әҙеһәмов Вәлиәхмәт Шаһиәхмәт улы тураһында булыр. Үткәндәрҙе һөйләй башлаһаң - үҙе бер тарих. Ләкин мин районыбыҙ һәм атайымдың тормош юлына ҡағылышлы ваҡиғаларға ғына туҡталмаҡсымын. Ваҡыт үтеү менән күп нәмәләр онотола, шуға күрә иҫтә ҡалғандарын яҙып ҡалдырайым тинем.
Атайым 1905 йылдың 4 апрелендә тыуған. Олатайым Әҙеһәмов Шаһиәхмәт Бәхтегәрәй улы, өләсәйем Әҙеһәмова Өммиҡамал Шәмсетдин ҡыҙы булған. Атайымдың бала сағы күп балалы ғаиләлә Абдул ауылында үткән. Ҡайҙа, ҡасан, нисек уҡығанын хәтерләмәйем. Шулай ҙа, белеме булғандыр тип уйлайым, сөнки уны 1935 йылда Мораптал ауылы Киров колхозына рәйес итеп ебәрәләр. Ул был колхоздың тәүге рәйестәрҙең береһе була ла инде. Морапталда Мәрьям тигән әбейҙәрҙә торҙоҡ. Бабайы мулла булған. «Мулла өйөндә тораһың», - тип атайыма шелтә лә биргәндәр. Булған бит заманалар.
Бер йыл эшләгәс, Яманһары силсәүите Наҙар ауылына колхоз рәйесе итеп күсерәләр. Бер йылдан һуң Өфөгә партшколаға уҡырға ебәрәләр. Әйтергә кәрәк, ул ваҡыттарҙа белемле кадрҙар етешмәгән, ә хәл итәһе мәсьәләләр һәм ауырлыҡтар етерлек булған. Өфөлә уҡып ҡайтҡас, 1938 йылда Көйөргәҙе районы башҡарма комитетының кадрҙар бүлегенә өлкән етәксе тәғәйенләнә һәм 1941 йылға тиклем шунда эшләй. Былар барыһы ла әсәйем һөйләгәндәрҙең иҫтә ҡалғандары. Был фотоһүрәттә атайым Өфөлә партшколала уҡыған ваҡыты. Ул - уң яҡтан икенсе.
Икенсе фотоһүрәттә атайым ғаиләбеҙ һәм туғандары менән...

Ләлә ТИМЕРБАЕВА (Әҙеһәмова), мәғәриф һәм тыл ветераны, Тимербай ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: