Бөтә яңылыҡтар
10
Хаттар
15 Март , 14:13

Улдарымды онотмаһындар ине...

Мин Таймаҫ ауылынан Венера Әхтәм ҡыҙы Араптанова. Һалдат әсәһемен, инде бер түгел, икенсе улымды йотто яу яланы.

Улдарымды онотмаһындар ине...
Улдарымды онотмаһындар ине...

Өлкән улым Араптанов Марсель 2014 йылда уҡ Украина ыҙғышында һәләк булып ҡайтты. Улымдың 13 миҙалы бар, үлгәндән һуң, Батырлыҡ Ордены менән дә бүләкләнде. 13 йыл Чечняла хеҙмәт итте, уның турала онотоуҙары күңелемә тынғы бирмәй. Ярай әле, ауылыбыҙ гимназияһында 6 класҡа уның исемен бирҙеләр.
Күптән түгел, байрам алдынан, район хакимиәтендә улдары яуҙа үлеп ҡалған әсәйҙәрҙе сәйгә йыйҙылар, миңә әйтеүсе булманы, быға бәйле күңелдә үпкә тыуҙы.
Кесе улым да инде икенсегә үҙ теләге менән махсус хәрби операция яланына юлланғайны. Ҡыҙғанысҡа, уның да иҫәнлегенә өмөтөбөҙ юғалып бар. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, үлгән икән тигәндән һуң, элемтәгә лә сыҡты. 3 ғинуар хәрби заданияға ебәргәндәр, рациянан йәрәхәтләнеүе тураһында әйтте...

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: