Бөтә яңылыҡтар
10
Хаттар
17 Март , 15:27

Яманғолдоң ике батыры

Был хикәйәмде Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллыҡ юбилейына бағышлайым.

Яманғолдоң ике батыры
Яманғолдоң ике батыры

Яманғол ауылының ике батыры: беренсеһе Бөйөк Ватан һуғышының геройы, орденға лайыҡ булған Әбсәләмов Фасхетдин Хөснитдин улы, батырҙың ордены тик 76 йыл үткәс кенә 2019 йылда, бер туған апаһына тапшырылды.
Ә икенсе батырыбыҙ хәҙерге Украинала барған һуғышта Батырлыҡ ордены менән наградаланды (үлгәндән һуң) Әбсәләмов Фәрит Тимерхан улы тураһында яҙамын.
Эйе, ике батыр, ике яҡын ғына туғандарҙың, төрлө ваҡыттарҙа йәшәп, батырлыҡ күрһәтеп, үҙ ғүмерҙәрен аямай, тыуған илебеҙ, тыуған халҡыбыҙ өсөн, яуҙаштарының ғүмерҙәрен һаҡлай, батыр ир үҙаманы булып, мәрхүм булғандар.
1941 йыл. Июнь айы. Һуғыш башланды тигән яман хәбәр Яманғол ауылына ла килеп етте. Кешеләр ни эшләргә лә белмәнеләр. Ауыр ҡайғы килде илгә. Һуғыштың тәүге көндәренән үк ауылдарҙан, ҡалаларҙан ир-аттарҙы фронтҡа оҙата башланылар. Ҡәһәрле һуғыш үтте, ләкин ғүмергә ҡалды һағыш, ҡайғы, хәсрәт.
Ҡайтырбыҙ тип киткәйнеләр ҙә, ләкин ҡайта алманылар күптәре.
Китеүселәр йырлай, ҡалыусылар илай,
Гөрләп торҙо ауылым юлдары.
Ауыл буйлап гармун яңрай,
Шаңҡып ҡалды туғай буйҙары.
Кемдең хәтерендә түгел был йыр,
Кем иҫләмәй гармун моңдарын.
Кемдең генә йөрәге тыныс ҡалған.
Оҙатҡанда ғәзиз улдарын, һылыу ҡыҙҙарын.
Ямағол халҡы ла геүләп, илашып һуғышҡа оҙаттылар ирҙәрен, улдарын, ҡыҙҙарын.
Хөснөтдин бабай һәм Фәғилә инәй ҙә оло улы Зыязитдинде һәм Әсҡәт кейәүен һуғышҡа оҙаттылар. Зыязитдин ағайҙың береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙы һәм һөйөклө ҡатыны Гөлйәүһәр апай тороп ҡалдылар. Әйткәндәй, Гөлйәүһәр апай Зыязитдин ағайҙы ғүмер баҡый, үлгәнсә көттө.
Хөснитдин бабайҙың ғаиләһе ишле: өс ҡыҙы һәм 16 йәшлек Фәсхетдин исемле малайы тороп ҡалды...

Алмабикә ӘХМӘТОВА, Яманғол ауылы

Алмабикә апайҙың хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: