Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
18 Апрель , 12:37

Ихтирамлы, иғтибарлы балалар

Яҡуп ауылы мәктәбендә бигрәк уңған, ололарға ихтирамлы, иғтибарлы балалар уҡый

Ихтирамлы, иғтибарлы  балалар
Ихтирамлы, иғтибарлы балалар

Улар һәр ваҡыт ауылда йәшәгән оло быуын кешеләренә ярҙам итеп тора. Ҡышын дәррәү ҡар көрәү эштәрен башҡарҙылар. Бына хәҙер ер ҡарҙан әрселгәс, ҡулдарына тырмалар тотоп улар яңғыҙ йәшәүсе Ҡорбанғәли Сөләймәнов йорт тирәһен таҙалаған.
"Оло кешеләргә көнкүреш эштәрен башҡарыу ҙа ҡатмарлаша башлай шул. Мәктәп уҡыусыларына ҙур рәхмәт бер ҙә онотмайҙар килеп ярҙам итеп торалар. Уҡытыусылары Альбина Искәндәроваға киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүенә лә ҙур рәхмәт. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, юғары үрҙәргә ынтылырға теләйем. Гел шулай кешелекле булып ҡалһындар", - ти Ҡорбанғәли Фәйзрахман улы.

Автор:
Читайте нас: