Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Май , 08:47

Һүҙ менән түгел, эш менән

Альфира НИҒМӘТУЛЛИНА, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы мөдире:

Һүҙ менән түгел, эш менән
Һүҙ менән түгел, эш менән

Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, Мораптал ауыл биләмәһендә башҡарылған изге эш тураһында һүҙем. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, берләштерелгән Киров исемендәге колхоздың беренсе рәйесе Әфтәх Ғата улы Ишмаевтың ҡәбере төҙөкләндерелә һәм яңыртыла. Был изге эштең инициаторы һәм бағыусыһы булып Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Дамир Таһир улы Байгилдин тора. Уның етәкселегендә һәм уның урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин кураторлығында ялланған эшселәрҙең оҫта ҡулдары арҡаһында ҙур эш башҡарыла, ҡәберлек ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелә: ҡәберҙе баҫып алған сирень ҡыуаҡлыҡтары тамырынан йолҡоп алына, тутыҡмай торған ҡоростан төҙөлгән һәм яҡшы һаҡланған ҡәбер һәйкәле өсөн яңы нигеҙ һалына һәм өр-яңынан ҡойма яһатып ҡуйыла.
Әфтах Ишмаев Башҡортостан республикаһының Шишмә районы Сыуалҡип ауылында тыуған...

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: