Уның йорт алды әкиәттәге матур батша һарайы төҫлө. Әсәһе Ләлә Йәмил ҡыҙы менән улар бик тырыштар, бар тирә-яҡтары гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, әйтерһеңдә ожмах баҡсаһы. Был матурлыҡ барыһының да күҙ яуын алып тора. Хатта Версаль баҡсалары ла, моғайын, был матурлыҡҡа көнләшер ине.
Абруйлы Әхмәҙулла Хәмитовтың саман йорто урынында был әкиәттәй күренешенең булдырылыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Тимәк, Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улының, кешелек мөмкинлектәренән юғарыраҡ тырышлыҡ менән, фашист концлагерында иҫән ҡалыуы юҡҡа түгел. Ә Йәмил Садиҡ улы Ырымбурҙың алыҫ совхоз далаларында, аслыҡтан үлмәҫ өсөн һәм бәләкәй мырҙаларын ашатыр өсөн һарыҡтар көтә...
Яңы Мораптал ауылы халҡы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.