Хаттар
26 Июль , 04:58

Хистəрем күңелемə һыймай

Яңыраҡ, күрше өлкә саҡырыуы буйынса, оло юлға сыҡтым, оҙон юлға яҡын танышым Спартак Хөсәйеновты ла эйәртеп алдым.

Хистəрем күңелемə һыймайХистəрем күңелемə һыймай
Хистəрем күңелемə һыймай

Илһөйәрлегебеҙҙе еңә алмай, оҙон юл тип тормай, 200 километр арауыҡты үтеп, Ырымбур өлкәһе Александровский районы Аҡтин ауылына барып төштөк. Бында килеүебеҙҙең сәбәбе ошо ауылдың Шәжәрә байрамы ине. Сараны бик күркәм башлап ебәрҙеләр, Сәғит Агиштың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уға арналған таҡтаташ асылды. Был байрамға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа йыйылғайны, үҙебеҙҙең яҡташтар бер туған Вахитовтар Рифат менән Ришат та бында ине. Өфө ҡалаһынан тарихсы, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең иң әүҙем ағзаларының береһе, сығышы менән ошо яҡтан булған Нурислам Ҡалмантаев та килгәйне. Ул сығыш яһап, тарих биттәренә бирелде, байрамды ойоштороусыларға рәхмәттәр теҙҙе. Байрам ысынлап та юғары кимәлдә, рух күтәренкелегендә уҙҙы. Мин халҡымдың берҙәм булыуына, үҙенең тарихына битараф булмауына ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ҡайттым. Бөтә нимә халыҡ өсөн эшләнгән, өҫтәлдәр һыйҙан һығылып тора, халыҡ рәхәтләнеп һыйланды, тәмле сәйҙәр эсеп, былау ашаны һәм былар барыһы ла бушҡа булды, аҡсаға һатылманы. Бәлештәр, төрлө ҡамыр аштарын ауыл халҡы үҙе бешереп алып килгән ине. Был сараның илһөйәрлек шаңдауы оҙаҡ йылдар хәтерҙәрҙә һаҡланыр, тип ышанам. Тарихҡа әйләнеп ҡайтарған күргәҙмәләр генә ни тора ине. Бөтә ерҙә Башҡортостан флагы елберҙәй. Башҡорт милли кейемдәрендәге һылыу ҡыҙҙар күҙ яуын алып тора, түҙмәйенсә береһен Туҡсоран һылыуы Юлиәне фотоға ла төшөрөп алдым (фотола). Күңелем тулышып, халҡым өсөн ғорурланып, шатланып ҡайттым йыраҡ юлдан. Күршеләребеҙгә беҙҙе хөрмәтләп саҡырғандары, онотмағандары өсөн, ошондай шәп сара ойошторғандары өсөн, халҡыбыҙ тарихын, милләтебеҙ йолаларын онотмағандары өсөн ҙур рәхмәт.

Ғайнан Аллабирҙин, Айсыуаҡ ауылы

Автор:
Читайте нас