Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың был йыйынтығына өр-яңы шиғырҙары һәм поэмалары индерелде. Поэмаларында ябай ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көрәше һүрәтләнһә, шиғырҙарында мөхәббәт, әхлаҡи сафлыҡ, намыҫ, мәрхәмәтлелек темаһы сағылыш тапҡан.
Китап дүрт өлөшкә бүленгән:
"Иң ҡәҙерле һүҙем һиңә, Көйөргәҙем!",
"Үҙ еремдең тынмаҫ юлсыһы мин",
'Донъя хәлен уйлап",
"Хыялымда наҙ уятам".
Миңлегөл Хисамованың "Яҙмышым усағы" исемле ошо матур китабын нәшриәттең "Китап" магазинынан, шулай уҡ интернет-магазиндар аша алдырып уҡырға була.