Все новости
КИТАП КӘШТӘҺЕ
6 Марта , 08:46

Йылы менән бүлешеү

Ул урамда осраны.

Йылы менән бүлешеү
Йылы менән бүлешеү

Күрешеүҙәр һирәк, Андрейҙың ҡалалағы рус гәзитенән киткәне бирле, арлы-бирле генә була тап булышыуҙар, бына әлегеләй, осраҡлы. Ижад кешеһе ижад тирәһендә эшләргә тейеш кеүек, әммә был гел шулай булмай, Андрей ҙа, гәзиттән киткәс, бер мәл юғалып торған ине, Нефтебаза тигән ерҙән баҡса алғас (үҙем үҫтереп ашайым, йәнәһе, мунсаһы ла бар), уны шунда тап иттем - баҡсаларға һыу биреп йөрөй торған эштә эшләй икән дә баһа. Хәйер, быға аптырайһы түгел, ижади кешеләрҙең, мәҫәлән, совет заманында, ҡарауылсымы, урам һепреүсеме булып эшләгәнен дә беләбеҙ (тунеядство тигән закон сыҡҡас), Цой, ана, кочегар булған.
Андрейҙы яҡташ, хатта ауылдаш кеүек ҡабул итәм, тәүге осрашҡандан алып. Танышҡанда "Мин Торай ауылында үҫтем" тигәндән алып. Китсәле, Торайҙан (ул бит утар ғына) шундай кеше сыҡмаҫ.
Торай Яманһарынан күренеп тора. Ҡаланан утарға ҡайтҡанда Яманһарыға тиклем автобус менән бара ла ҡалған яғын тәпәй атлай торғайныҡ, ти Андрей. 

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: