-14 °С
Ҡар
Бына йәй уртаһы – еләкле мәл етте. Ер еләге уңды быйыл. Тәбиғәт беҙгә үҙенең байлығын йомарт бүләк итә. Йәйҙең ошо һанаулы ғына көндәрендә беҙ әнием һәм ҡыҙҙарым менән кемуҙарҙан тигәндәй, еләк йыйырға тип яланға сыҡтык.
Етте еләкле йәйҙәрем!
Бал еҫтәре йән яҡта.
Ҡояш нуры менән ямғыр
Йәйғор төҙөгән саҡтар!
Ҡоштар моңо оноттора
Донъя мәшәҡәттәрен,
Һыу буйҙары гөрләп тора...
Эх, йәйҙең рәхәттәре!