Бөтә яңылыҡтар
конкурстар
24 Июнь 2023, 16:17

Беренсе урында - Свобода

Командалар етеҙлектә ярышты. 

Беренсе урында - Свобода
Беренсе урында - Свобода

Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Свобода ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы алды, икенсе урынды Таймаҫ ауыл биләмәһе командаһы һәм өсөнсө урынды Яҡшымбәт ауыл биләмәһе яуланы. Бындай конкурстар ирекле янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында бөтә республика масштабында үткәрелә. Еңеүселәр дипломдар, ә ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.
Шулай уҡ был сара сиктәрендә ирекле янғын һүндереү командаларына “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы ҡорамалдар ҙа тапшырылды. Улар 1 млн.17 мең 727 һум 50 тинлек суммаға, Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты фондынан, үткән йыл еңгән проект буйынса бирелде.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас