Бөтә яңылыҡтар
конкурстар
27 Июнь 2023, 09:56

Ожмах баҡсаһы

Кемдер ялдарын диңгеҙ ярҙарында үткәрергә күнеккән.

Ожмах баҡсаһы
Ожмах баҡсаһы

Рәмилә Рахманғолова, үҙегеҙ беләһегеҙ, ғаиләһе менән тыуған ергә ныҡ ереккән кеше, ауылынан саҡ ҡына айырылып торһа ла, күңелен һағыш баҫа башлай.
Таймаҫ яландары торған менән хазина, йәнең ни теләй, шул бар. Әлбиттә, еләк тә бында ишелеп үҫә. Әле Рәмилә ялан-ҡырҙар буйлап йөрөй, эре-эре еләктәр йыя, күберәк йыйған һайын, күңеле күберәк шатлана: ғаилә хәҙер тағы ла ҙурайҙы, бөтәһе лә күп кәрәк.
Ибицаны ләззәт утрауы тиҙәр, күптәрҙең Таймаҫ яландарын күргәндәре юҡ, юҡһа, улай тип әйтмәҫтәр ине. Таймаҫ ҡырҙары - ожмах баҡсаһы ул, тип һөйләп йөрөрҙәр ине. 

Автор:
Читайте нас