Бөтә яңылыҡтар
конкурстар
29 Июнь 2023, 09:34

Тәбиғәт тә һеҙҙе ярата

Ялсыҡай ауылынан Рәсилә һәм Рәлиф Вахитовтар 5 балаһын хеҙмәт һөйөүсән, егәрле һәм тырыш итеп үҫтерәләр.

Тәбиғәт тә һеҙҙе ярата
Тәбиғәт тә һеҙҙе ярата

Еләк мәле етһә улар барыһы бергә урман ҡырҙар ҡыҙыра, тәбиғәттең гүзәллегенә һоҡланып, бергәләшеп еләк, файҙалы үләндәр йыя улар. Ике ҡыҙҙары ғына түгел, улдары ла еләк йыйырға ярҙам итә. Бына быйыл да Динара ҡыҙҙары баш ҡаланан ялға ҡайтҡан мәлде тура килтереп яландарға сығып еләк йыйғандар. Кеше еләк юҡ тип уфтанғанда, улар әллә ҡайҙан эре эре еләктәр табып йыялар, күрәһең тәбиғәт тә үҙҙәрен ярата, мул уңыш менән ҡыуандырып ҡына тора. Һәр йыл һайын, Вахитовтар ғәиләһе ялан еләген 5 күнәктән дә кәм йыймай.

Автор:
Читайте нас