Ҡәҙерҙәрен белеп, үҙ-үҙеңдән ҡыҙғанма, йомарт тәбиғәт биргәнде ҡабул ҡылып өлгөр.
Йәмдәре тигәндә, беҙ бында ялан-ҡырҙарҙа еләк йыйыуҙы ла индерәбеҙ. Үҙ аяҡтарың менән тыуған ер буйлап йөрөп, үҙ ҡулдарың менән емеш йый - кеше өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме?
"Юшатыр" гәзите "Ер еләккәйҙәре беште инде" тигән конкурс үткәргәйне, бына бөгөн уны йомғаҡлар ваҡыт етте. Һәммәһе 7 кеше, өҫтәрәк әйткән бәхеттәрҙе татыған 7 уҡыусыбыҙ ҡатнашҡайны был бәйгелә. Тегенең еләге эрерәк, ҡыҙылыраҡ, күберәк булған тип, баһа бирмәҫкә булдыҡ, еңелерәк юлды һайланыҡ - кемдең беҙҙең төркөмдә ҡуйылған сәхифәһе күберәк лайҡ йыйған, шуға бирергә булдыҡ.
Яҡшымбәт ауылынан Әлиә, әсәһе Суфия, ҡыҙҙары Айгөл, Азалия еңеүсе тип табылды. Ҡотлайбыҙ! Ә ҡалған барыһына (беҙҙең конкурста ҡатнашҡаны-ҡатнашмағаны) ошондай теләк теләйбеҙ: тағы ла оҙаҡ йылдар, ғүмерҙә иҫтә ҡалырҙай матур итеп, йәйҙәребеҙҙең рәхәттәрен күреп, тәмдәрен тойоп, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын.