Ҡәҙимге тормошта нисек: көн дә тиерлек күрешкән, йөҙөнә, һынына өйрәнеп бөтөлгән, әллә ниндәй сүрәттә баҫып торһа ла, нимә кейеп сыҡһа ла, танылып торған ябай бер кеше була. Ә бына ҡыйбатлы журнал тышынан, йә булмаһа, зәңгәр экрандан булған булһа, ул бөтөнләй икенсе донъяныҡы - Ален Делон, Леонардо ди Каприо, Эштон Катчер йә Дженнифер Лопес, Натали Портман...
Бына һин, ауыл урамы буйлап китеп барғанда, ҡаршыңа ҡапыл Шарлиз Терон йәки Роберт Паттинсон килеп сыҡһа, нимә эшләрһең?
Был фантазия, төштә генә була торған хәл тимәгеҙ, заман технологиялары хәҙер һәр кемдән Голливуд йондоҙо яһай ала.
...Фотоларҙағы беҙҙең "йондоҙҙарҙың" барыһын да кем таный, шуны бүләкәйбеҙ.