

К. Арыҫлановтың юбилейны бәйләп, балалар араһында һүрәт төшөрөү конкурсы иғлан иткәйнек. Ҡала Советы депутаты Маргарита Моратбаҡыева менән берлектә. Эш оҙаҡҡа һуҙылды, хатта әрләнә башланыҡ - ҡасан йомғаҡ була? Ололар орошһа әллә ни булмаҫ ине, бында балалар әрләй, сабыйҙарҙың әрен ишетеү тағы ла ҡыйыныраҡ.
Беҙ балаларҙан ғәфү һорайбыҙ, әле аңламаҫтар, үҫкәс мотлаҡ аңларҙар: тормошта һәр саҡ һин теләгәнсә генә тиҙ булмай...
Ҡыҫҡаһы, кисә кис, һуң ғына осрашып, ниһайәт, конкурсты яптыҡ. Еңеүселәрҙе билдәләнек. Әл дә, балалар, һеҙ бар, осрашыуға бер сәбәп булдығыҙ.
Еңеүселәрҙең күбеһенә бүләктәр таратыла башланы, "Юшатыр" гәзите редакцияһына түбәндәгеләргә килергә, мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр: