конкурстар
5 Октябрь 2023, 12:04

Яҡтылыҡ

Бүлмәбеҙ ҡараңғы.

ЯҡтылыҡЯҡтылыҡ
Яҡтылыҡ

Көн яҡтыһы әллә бик төшөп етмәй, электр уты ғына ятҡыртып еткерә алмай. Етмәһә, һыуыҡ. Һаман булһа, йылы бирмәй яфалайҙар. 

Бөршәйеп кенә ултыра инек, ҡапыл бүлмә яҡтырҙы, эскә йылы бөркөлдө - беҙгә Күмертауҙың "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы балалары килеп ингән икән! Уларҙың йылыһы, яҡтыһы шулай тирә-яҡҡа тарала, баҡһаң. Ерле юҡҡа ғына исемдәрен шулай ҡушмағандар баҡсаларына - Яҡтылыҡ. 
Беҙҙең ҡала Советы менән берлектә үткәрелгән рәсем төшөрөү конкурсында ҡатнашып еңгән сабый ҡыҙҙар тәрбиәсеһе менән килделәр. Йыһаншина Юлианна һәм Искәндәрова Камилла.
Гел шулай яҡтылыҡ ҡына таратып йәшәргә яҙһын һеҙгә, ҡыҙҙар. Ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас