конкурстар
13 Октябрь 2023, 05:30

"Культурный" һарыҡтар

Конкурстың еңеүсеһе билдәле булды.

"Культурный" һарыҡтар"Культурный" һарыҡтар
"Культурный" һарыҡтар
Кисә, моңһоуыраҡ көндө саҡ ҡына булһа ла биҙәйек тигән ниәт менән Яҡшымбәт ауылындағы клубҡа килгән һарыҡтар фотоһына тапҡыр яуап бәйгеһе иғлан иткән инек. Рәхмәт, ҡатнашыусылар күп булды. Нимәһе яҡшы: яуаптарҙың һәр береһе урынлы, тапҡыр ине. Оҙаҡ ҡына баш ватҡас, еңеүсене билдәләнек - Тәнзилә Бикмаева.

Илдә барған ваҡиғаға
Битараф булғы килмәй,
Йылы ойоҡ, бейәләй
Бәйлә беҙҙән, Аҡ инәй 

Еңеүсене редакцияла бүләгебеҙ көтә. 
Киләсәктә лә, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, тормоштан йәм табып, ваҡ ҡына булған шатлыҡтарҙы ла ҙур бәхеттәй ҡаршы алып йәшәргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас