-3 °С
Снег
Һәр бер ҡыҙ бала - буласаҡ әсә. Иғтибар иткәнебеҙ бар, ҡыҙыҡайыбыҙ ҡурсаҡ менән уйнай, башҡа, үҙе өсөн бик мөһим, эше менән булаша икән, былар барыһы ла бер хискә барып тоташа - әсәлек инстинктына.
Ҡурсағын, ысын балаһылай күреп, ярата, ашата, йоҡлата, наҙлай-иркәләй, ҡурсалай, "ашарға бешерә" икән, бешергәне тәмле килеп сыҡһын өсөн, бар һәләтен һала, "кер йыуа" иһә, бында ла шул уҡ күренеш - тап-топтары ҡала күрмәһен...
Күмертауҙа йәшәгән Әлиә лә шулай. Нимәгә тотонһа ла, эшен еренә еткереп башҡара. Ҡурсаған өрмәгән ергә ултыртмай, уны урапмы-урай, өшөп ҡуймаһын, дарыуҙар ҡыйбат хәҙер...
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙән дә көтәбеҙ сабыйҙарығыҙҙың - ҡыҙ балаларҙың - фотоларын. Ҡыҫҡаса ғына бәләкәстең хикәйәтен - ул өйҙә ниндәй "әсә"?