Все новости
конкурстар
12 Ноября 2023, 13:36

Хәстәрлекле әсәй

Ҡыҙым Каролина бәләкәйҙән ҡурсаҡ менән уйнарға яратты. 

Хәстәрлекле әсәй
Хәстәрлекле әсәй

Уларҙы, ысын балаһылай күреп, ашата, йыуындыра, кейендерә, юрғанға төрөп, йоҡларға һала. Хатта, йоҡлап китә алмай, ыҙалатһалар, аяҡтарына һалып, бәүелтә. Ҡурсаҡтарына ҡартатайынан матрас, мендәр, юрғандар тектерҙе. Балалар баҡсаһынан ҡурсаҡтарын ныҡ һағынып ҡайта, уларҙы йүгереп килеп, ҡосаҡлап ала. Бик иғтибарлы, хәстәрлекле "әсәй" минең ҡыҙым.

Гөлфиә Клысова. 

Автор:
Читайте нас: