конкурстар
22 Ноябрь 2023, 04:23

Беҙҙе лә иҫкә ал

Булыр бала биләүҙән тиҙәр.

Беҙҙе лә иҫкә алБеҙҙе лә иҫкә ал
Беҙҙе лә иҫкә ал
Әлиә үҫкәс кем булыр, ҡайҙа эшләр, яҙмыш елдәре уны ҡайһы яҡтарға ташлар, билдәһеҙ. Шуныһы билдәле: был ҡыҙ бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ. Хәтәр теремек, тиктормаҫ, ныҡыш, саҡ ҡына үҙһүҙле ҡыҙ ул. Алдына алғанды ҡуя белмәй. 
Кисә ул беҙҙең бүләгебеҙҙе алды. "Мин дә әсәй булам, ҙурайғас" конкурсында еңде ҡыҙ. 
Ҡотлайбыҙ, Әлиә, ҙур булып үҫкәс, бәхетле әсәй булғас, ҙур урындарҙа эшләгәс (был холҡоң менән һин, һис шикһеҙ, ҙур ерҙәрҙә эшләрһең, бирһен Хоҙай), шунда беҙҙе лә иҫкә алырһың: "Юшатыр" гәзитендәге еңеүем -  минең иң тәүге еңеүҙәремдең береһе булғайны. 
Автор:
Читайте нас