Яҡуптан күмәкләшеп килеп еткәндәр, атай, әсәй, бала һәм өләсәй.
Шулай булмай, бала шатлығы - уларҙың һәммәһенең шатлығы.
Искәндәровтар ғаиләһе. Ләйсән, Рәмил, Хәмиҙә апай, бәләкәс Сулпан. Ҙур үҫкән инде ҡыҙыҡай, 1,8 йәш инде уға. Донъяны аңлай, яҡшы кешеләрҙе аламаларынан айыра. Беҙҙең Гөлнурҙың, күтәргәйне (бала үҙе йүгереп килеп күтәртте), яуырынына һыйынып ятты ла ҡуйҙы. Беҙ был күренештән әллә кем: сабый теләһә кемгә улай һыйынмаҫ.
Ата-әсә ҡуйынында һыйынып ҡына, бәхетле бала булып үҫергә яҙһын һиңә, балаҡай, үҙең дә әсәй булғас, беҙгә тағын килерһең, балаларыңды алып килерһең, йәме?