

Юшатыр гәзитендәге сираттағы ҡыҙыҡлы конкурсты күреү менән, ҡыҙымдың фотоларын табып, ебәрә һалдым. Уның, әсәй булып, ҡурсаҡтар төрөп уйнағаны, миңә аш-һыу бүлмәһендә ярҙам итеп йөрөүҙәре бик йыш була, гел генә төшөрөп тормағас, ниндәй фотолары бар, шуларҙы ебәргән инек. Бүләкләнеүебеҙҙе күргәс икеләтә ҡыуандыҡ. Бүләкте алып ҡайтып тапшырғас та, ҡыҙым ҡалай матур, стаканға төшөрөлгән бесәйҙәр беҙҙең ауылдағы бесәй балаларына оҡшаған, был хәҙер минең иң яратҡан стаканым, иң яратҡан һауыт-һабам була, тип билдәләп тә ҡуйҙы. Әней, мин был һауыттарҙан тиҙерәк ашағым килә, тип түҙҙермәй салат булһа ла һалдырып тәмләп ҡарағас ҡәнәғәт булып тороп китте.
Юлиананың әсәһе Гөлназ Йыһаншина.