Беҙ уның тураһында "кескенә булыуына ҡарамаҫтан, бәпес ҡарай белә. Уға һөт эсерә, көйләп йоҡлата. Үҙе, йәш ярымлыҡ ҡына булһа ла, ныҡ етеҙ, үткер, тиктормаҫ, барыһына ла өлгөрә" тип яҙғайныҡ.
Дөрөҫө, беҙ яҙманыҡ,
өләсәһе яҙҙы. Ҡыҙ бала үҙе, эштән бушап, килә алманы, Руфинаға тәғәйен бүләкте туғандары килеп алып ҡайтып киткәйнеләр. Тапшырғандар. Ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә әсәйеңә, өләсәйеңә, барлыҡ туғандарыңа ҡыуаныс та, йыуаныс та булып йәшәргә яҙһын һиңә, бәләкәс.