Конкурсҡа барлығы 7 эш (бер төркөм балалар ебәргәнен дә бер эш тип ҡараныҡ) тәҡдим ителде. Рәхмәт һеҙгә, балалар, йылы бөркөп торған һүрәт, видеояҙмаларығыҙҙы ҡараныҡ, шиғырҙарығыҙҙы тыңланыҡ - күҙҙәр йәшләнде хатта. Улар барыһы ла яуға - адресаттарға ебәреләсәк.
Был бәйге Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаттары Ф. Моратбаҡыев һәм Р. Әбдрәхимов менән берлектә үткәрелде. Һеҙҙе редакцияла бүләктәр көтә, һеҙҙе бүләктәр көтһә, беҙ һеҙҙе - Кириллов Роман, "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы балалары, Әмәкәсова Гөлфинә, Ғәлиев Илсаф, Исмәғилев Динис, Әлфиә, София һәм Әлиә Дементьевалар, Ниғмәтуллин Әмир - көтәбеҙ. Ә күмәгебеҙ бергә, бөтәбеҙ ҙә, һалдаттарҙың тиҙерәк ҡайтҡанын көтәбеҙ.