конкурстар
27 Декабрь 2023, 08:35

Бала теләге

Әмир Ниғмәтуллин, Яңы Мораптал ауылы.

Бала теләгеБала теләге
Бала теләге
Улар кисә үк килергә тейеш ине, барыһы ла гел беҙ уйлағанса бармай, осрашырға яҙманы. Уның ҡарауы, бөгөн беҙҙәләр.
Әмирҙе беҙ күптән беләбеҙ, бер саҡ, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында сәхнәлә сығыш яһап, "Юшатыр"ҙың бүләген алғайны ул. Бигерәк талантлы бала, әле лә беҙҙең конкурста ҡатнашты һәм еңде.
Бәхетле бала, күҙҙәр генә теймәһен тип, ҡарап торҙоҡ. Уның атаһы яуҙа, әле ялға ҡайтҡан. Бәләкәстең теләген күктәге фәрештәләр ишеттеме икән (Әмир атайым Яңы йылға ҡайтҡан тип, шыршы янында торған атаһын төшөргәйне)? 
Бала теләктәре гелән тормошҡа ашып торһон ине.
Автор:
Читайте нас