Все новости
конкурстар
29 Декабря 2023, 15:40

Атайыбыҙҙы һағынып көтәбеҙ

Әлфиә, София, Әлиә Дементьевалар, Күмертау ҡалаһы:

Атайыбыҙҙы һағынып көтәбеҙ
Атайыбыҙҙы һағынып көтәбеҙ

- Ошо көндәрҙә илебеҙҙе һаҡлап, ғаиләләренән алыҫта булған, барлыҡ батырҙарыбыҙҙы һәм үҙебеҙҙең атайыбыҙ Алексейҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшеүсе, беҙҙе яҡлаусыларға ҙур рәхмәт. Барлыҡ атайҙар ҙа Яңы йылға ҡайтып етеп, үҙ балаларын ҡыуандырһындар ине. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең атайыбыҙҙы өйҙә һағынып көтәбеҙ. Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Барығыҙ ҙа иҫән-һау булығыҙ, Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.Иң ҙур теләгебеҙ донъяларҙың тыныс һәм имен булыуы. Быйылғы йыл тыныслыҡ алып килһен. Ошондай матур бәйге ойошторған "Юшатыр" гәзитенә һәм депутаттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: