Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ошо конкурсты иғлан итергә булдыҡ.
Ике ҡатын, ике әсә. Бер-береһен һайлап алмай улар, яҙмыштары, тәҡдир ҡушыуы буйынса, бер-береһе менән тоташа. Әгәр ҙә килен менән ҡәйнә мөнәсәбәте насар түгел икән, тимәк, ғаиләлә барыһы ла яҡшы. Быйыл, етмәһә, Ғаилә йылы. Ошо йылдың һәм, ғөмүмән, алдағы тормошобоҙҙоң нисек булыры ошо ике кешенән тора кеүек - килен һәм ҡәйнә. Беренсе мәҡәләбеҙҙе һеҙгә тәҡдим итәбеҙ (ул алдан уҡ баҫылғайны), ә ҡалғандарҙан хаттар көтәбеҙ: һеҙ киленегеҙ, ҡәйнәгеҙ менән нисек донъя көтәһегеҙ?
КИЛЕНЕМӘ РӘХМӘТ!
Минең киленем, Рәмилә - Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы. 2005 йылда улым - Баширов Айҙар Салауат улы менән матур итеп туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Йәштәр Күмертау ҡалаһында төпләнеп, гөрләтеп донъя көтөп алып киттеләр.
Балаларыбыҙ тырыш, күҙҙәр теймәһен, оҙаҡ та үтмәй ҡала эргәһендә урынлашҡан 4-се Ивановка ауылынан ҙур, шәхси өй һатып алып, үҙ ишек алдарын булдырҙылыр. Ошо ваҡыт арауығында улым менән киленемдең 6 балаһы донъяға килде! Һөйөп туймаҫлыҡ ике ҡыҙҙары, дүрт улдары бар, Аллаға шөкөр.
Тырыш, эшсән, күркәм ғаиләлә ейән-ейәнсәрҙәрем һөйөү, наҙға төрөнөп, эшкә өйрәнеп үҫәләр. Балаларҙың бәхетле бала сағы өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ишек алдында уйындар өсөн һәр төрлө уйын ҡорамалдары ҡуйылған. Ишек алды, өйҙөң һәр тәҙрә төбө тирә-яҡҡа йәм биреп, шау сәскәгә күмелеп ултыра.
Күркәм байрам, әсәйҙәр көнө уңайынан киленем Рәмиләгә рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм. Ул, күптәр өсөн өлгө булырлыҡ, һәр яҡлап уңған, тырыш, хәстәрлекле әсәй. Улым, ғаилә башлығы, йыш ҡына оҙаҡ ваҡытҡа йыраҡ юлдарға сығып китә. Шул арала киленебеҙ алты балаһының һәр мәшәҡәттәренә өлгөрөп, уларҙы уҡытып, ашатып, эсереп, яҡшы тәрбиә биреп үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәремде матур ҡарай, уларҙың өҫтәре һәр саҡ таҙа, бөхтә, күңелдәре шат. Һәр береһенең тыуған көндәрен ҙурлап, мул өҫтәлдәр әҙерләп, күңелле итеп үткәреп тора. Кистәрен бәләкәстәр телевизор ҡаршыһына ултырып Сәңгелдәк тапшырыуы ҡарайҙар, унан һуң киленем һәр береһен тыуған телдәрендә әкиәттәр һөйләп, наҙлап ҡына йоҡоға оҙата.
Улыма ла рәхмәт, оҙон юлдарҙа бик йыш йөрөй, ғаиләһен ҡарай, матди яҡтан хәстәрләй. Ғаиләһен, балаларын ныҡ ярата, һағынып, сумка тултырып күстәнәстәрен тейәп ҡайтып төшә. Киленем уны татлы, телеңде йоторлоҡ һый-хөрмәттәр менән өҫтәл тулытырып, гел яҡты йөҙ менән йылмайып ҡаршы ала.
Мин уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Балаларына терәк-таяныс булып, дөрөҫ юлдар күрһәтеп, яҡшы тәрбиә биреп үҫтереүҙәрен теләп ҡалам. Матур тәрбиә, күңелле бала саҡ биреп, бар яҡлап та хәстәрләп үҫтергән балаларығыҙҙың изгелектәрен, ҡыуаныс, шатлыҡтарын ғына күреп йәшәгеҙ.
Ҡәйнәң Минзәлә БАШИРОВА, Күмертау ҡалаһы