0 °С
Облачно
Туй мәжлесендә ҡәйнәмә-әней тип өндәшәм , тип һүҙ бирҙем һәм бөгөнгәсә шулай өндәшәм. Тик кешеләргә уның хаҡта һөйләгәндә "ҡәйнәм" тип һөйләйем, буталыш китмәһен, аңлаһындар өсөн.
Ҡәйнәм Әмәкәсова Әлфирә Хәбир ҡыҙы. Ул 1964 йылда Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуып үҫә. 1984 йылда осрашып ҡайным менән донъя ҡороп йәшәй башлайҙар. Дүрт балаға ғүмер биреп, башлы күҙле итәләр.
Ҡәйнәм мине үҙ итеп, нисек бар шулай ҡабул итте. Ул алсаҡ йөҙлө , яҡты күңелле, яғымлы. Һәр ваҡыт миңә төрлө кәңәштәр биреп, өйрәтеп тора. Ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы, һәйбәт өләсәй һәм ҡәрсәй. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Әлфинур Әмәкәсова.