Все новости
конкурстар
26 Февраля , 13:26

Әсәйем кеүек яҡын

Минең ҡәйнәм, Луиза Байрамғәли ҡыҙы Сәғитова, Ялсыҡай ауылында йәшәй. 

Әсәйем кеүек яҡын
Әсәйем кеүек яҡын

Килен ҡәйнә тупрағынан, тип аталған конкурсты күргәс, мин дә үҙемдең әсәйем кеүек яҡын булған ҡәйнәмә рәхмәттәремде яҙып үтергә булдым.
Минең ҡәйнәм, Луиза Байрамғәли ҡыҙы Сәғитова, Ялсыҡай ауылында йәшәй. Уны тәү күргән көнөмдән алып, бөгөнгәсә, тап уның килене булыуыма ҡыуанып бөтә алмайым.
Үҙем бик иртә етем ҡалғас, әсә наҙына ла мохтаж булғанмындыр, минең бәхетемә, ҡәйнәм мине үҙ ҡыҙы кеүек яҡын күреп ҡаршы алды, бөгөнгәсә бар яҡлап хәстәрләп, яратып, хуплап тора. Мин үҙем дә ҡәйнәмде ныҡ яҡын күрәм, уға барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтәм, бигерәк тә миңә таяныс булырҙай, тормош иптәшем Маратты был донъяға бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтлемен.
Ҡәйнәмдең ҡулынан килмәгән эше юҡ, аш-һыуға ла оҫта, йорт ҡураны ла гел тәртиптә тота, ул нимә генә эшләһә лә мин өйрәнеп ҡалырға тырышып гел уның эргәһендә сыуалам һәм шуға күрә, килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигн әйтем менән тулыһынса килешәм.
Сәлимә Сәғитова, Күмертау ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: