Все новости
конкурстар
28 Февраля , 16:25

Яҙмышыма рәхмәтлемен

Минең ҡәйнәм Фәнзиә Шәкир ҡыҙы Насырова Ялсыҡай ауылында ғүмер итә.

Яҙмышыма рәхмәтлемен
Яҙмышыма рәхмәтлемен

Ҡәйнәм беҙҙең өсөн сабырлыҡтың ысын өлгөһө, сөнки ул бик йәшләй генә 3 бала менән ҡалып, тормош һынауҙарына бирешмай, яҙмыш елдәренә бөгөлмәй, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтыра.
Килен булып төшкән көндән алып мине үҙ ҡыҙылай күреп, яҡын итте. Беҙ ҡаланан ҡайтыуға һәр ваҡыт яҡты йөҙө, һыйлы өҫтәлдәре менән ҡаршы алып, күстәнәстәре менән оҙатып ҡала.
Минең ҡәйнәм балаларына өлгөлө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә йомарт, хәстәрлекле өләсәй, ә миңә ҡалһа инде иң яҡшы ҡәйнә. Тап уның минең ҡәйнәм булыуына сикһеҙ шатмын, яҙмышыма рәхмәтлемен. Киләсәктә лә бергә-бергә татыу ғүмер итергә булһын.
Зилиә Насырова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Автор:
Читайте нас: