Все новости
конкурстар
29 Февраля , 10:01

Кейәүгә сыҡҡас, әнейле булдым

Мин 2013 йылда Көйөргәҙе районының гүзәл тәбиғәтле, тырыш, хеҙмәтһөйөүсән халҡы менән дан тотҡан Зәк-Ишмәт ауылына килен булып төштөм.

Кейәүгә сыҡҡас, әнейле булдым
Кейәүгә сыҡҡас, әнейле булдым

Килен булып төшкән көнөм әле булһа ла хәтеремдә, тормош иптәшемдең тыуып-үҫкән йорто тупһаһында көләс, алсаҡ йөҙлө ҡәйнәм мине ихласлап ҡаршы алды. Тәүге көндән үк ҡәйнәм, Ләбибә Ләбиб ҡыҙы Усманова менән уртаҡ тел таптыҡ. Минең ҡәйнәм шул тиклем сабыр йәнле, тырыш, киң күңелле кеше. Ул миңә үҙ әнейем кеүек яҡын, беҙ хатта ҡәйнә менән килен һымаҡ та түгел, беҙ уның менән яҡын әхирәттәр кеүек, бар уйҙарыбыҙ, серҙәребеҙ уртаҡ. Ҡәйнәмдең ҡулынан килмәгән эше юҡ, уға ҡарап өлгө алам. Алла бирһә, киләсәктә үҙем дә уның кеүек шәп ҡәйнә булырға теләр инем.
Лениза Усманова, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас: